Тарих

РУС / БАШ

«Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте («БЭҺК» ЯСЙ) Башҡортостан Республикаһының электроэнергияны күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу баҙарында перспективалы, әүҙем үҫешкән компания, яуаплы тәьмин итеүсе. 

Энергосистеманың мөһим структура подразделениеларының береһе - энергия һатыу. Төрлө осорҙа бурыстар һәм функциялар үҙгәреп, киңәйеп торҙо, әммә энергия менән тәьмин итеү үҙгәрешһеҙ ҡалды. 1940 йылдың 1 июлендә СССР Совнархозы эргәһендәге Иҡтисади совет ҡарары нигеҙендә Өфө энергокомбинаты үҙ составынан Энергия менән тәьмин итеүҙе хужалыҡ иҫәбендәге үҙ аллы ойошма итеп бүлеп сығарҙы, шуға күрә 1940 йыл Энергия менән тәьмин итеүҙе булдырыуҙың рәсми датаһы тип иҫәпләнә.

Башҡортостан энергия һатыу компанияһы 2002 йылда, энергетика ойошмаларының функцияларын бүлеү маҡсатында «БЭС» Рәсәй акционерҙар йәмғиәтен структурһыҙландырыу һөҙөмтәһендә ойошторола. 2003 йылда «Башкирэнерго» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте составынан бүлеп сығарылғас, «БЭҺК» ЯСЙ үҙ эшмәкәрлеген үҙ аллы энергия һатыу предприятиеһы булараҡ башланы. 2011 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә электр энергияһын һатыу буйынса Яуаплы тәьмин итеүсе функцияларын үҙ аллы үтәй башланы. 2012 йылдың 12 сентябренән «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Башкирэнерго» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында компанияны һатып алыу буйынса килешеү һөҙөмтәһендә «РусГидро» энергия һатыу компанияһы» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте (100% «РусГидро» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек бойондороҡло йәмғиәте) составына инде. 1 декабрь 2016 йыл күсте контрольгә һәм "Интер РАО".

Компания составында Өфөләге үҙәк офис, 7 районара бүлек һәм Башҡортостан Республикаһының һәр бер районында урынлашҡан ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү буйынса 66 бүлексә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан энергия һатыу компанияһы Башҡортостандың бөтә райондарында 1 500 мең тирәһе ҡулланыусы граждандарҙы һәм 50 меңдән ашыу юридик ойошмаларҙы хеҙмәтләндерә.

Компанияның төп принциптары – күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең юғары сифаты һәм территориаль, ойоштороу һәм мәғлүмәт йәһәтенән яҡынлыҡ. Клиент офистарының уңайлы урынлашыуы ҡулланыусыларға компанияның яҡындағы вәкиллегенә мөрәжәғәт итеп ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәткә тиҙ арала эйә булырға мөмкинлек бирә. Алыҫтан хеҙмәтләндереү сервистарҙың – сайттағы «виртуаль ҡабул итеү бүлмәһе»нең, колл-үҙәктең һәм мобиль-сервистың - үҫешеүе күпселек мәсьәләләрҙе бүлексәләргә килеп тормай ғына, тимәк, ваҡытты юлға һәм көтөп тороуға әрәм итмәй хәл итергә мөмкин.

Бөгөн компанияның төп маҡсаты – ҡулланыусыларҙы ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ энергия менән тәьмин итеү. Үҙ эшмәкәрлегендә «БЭҺК» ЯСЙ заманса автоматлаштырыу сараларын, мәғлүмәт технологияларын һәм элемтә сараларын ярҙамында ҡулланыусыларға комплекслы сервис хеҙмәттәрен тәҡдим итеүгә йүнәлеш алған.